Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 8:8 - Изге Яҙма

8 – Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

8 – Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә мин лайыҡ түгел, – тип яуап бирҙе Уға йөҙбашы. – Һин әйт кенә, һәм хеҙмәтсем һауығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 – Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 8:8
18 Iomraidhean Croise  

Мин ҡолоңа күрһәткән мөхәббәт һәм тоғролоғоңа лайыҡ түгелмен. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


– Таяғыңды ал да Һарун ағайың менән бөтә йәмғиәтте йыйығыҙ. Халыҡтың күҙе алдында ҡаяға өндәшегеҙ, ҡая һеҙгә һыу бирер. Шулай итеп, ҡаянан һыу сығарып, халыҡҡа ла, мал-тыуарға ла һыу эсерерһең.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Яхъя: – Һыуға мине Һин Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.


– Ярар, барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.


Мин бит үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам, үҙемдең дә ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә «кит» тиһәм, китә, икенсеһенә «кил» тиһәм, килә. Хеҙмәтсемә «ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.


Инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен, мине ялсы итеп эшкә ал“, – тип әйтәйем», – тип уйлаған.


Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән.


Шимғон Петрус был хәлде күреп: – Хакимым, кит минең янымдан! Мин гонаһлы, – тип Ғайсаның тубығына йығылды.


Минән һуң килгән Зат – Ул, ә мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan