Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 8:4 - Изге Яҙма

4 Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 8:4
31 Iomraidhean Croise  

Үҙенең хаҡлығын раҫлар өсөн Раббы Үҙ ҡанунын бөйөк һәм данлы итергә теләне.


һәм кейемдәге йәки күндәге, туҡыманың буй һәм арҡау ебендәге, ниндәй ҙә булһа күн әйберҙәге был үңәҙ йәшкелт йәки ҡыҙғылт тап рәүешендә булһа, был – таралып барған үңәҙ; уны ҡаһинға күрһәтергә кәрәк.


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Бынан һуң Ул шәкерттәренә Үҙенең Мәсих икәнлеген бер кемгә лә әйтмәҫкә ҡушты.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға: – Әҙәм Улы үлеп терелгәнгә тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип бойорҙо.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем.


Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ.


Шунда уларҙың күҙҙәре асылды. Ғайса уларҙы: – Ҡарағыҙ уны, был хаҡта һис кем белмәһен, – тип ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Әммә Ғайса уларға ҡәтғи рәүештә Үҙенең кем булыуы хаҡында һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты.


Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Ғайса ундағыларға был хаҡта ла бер кемгә лә һөйләп йөрөмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне.


Ғайса Үҙе тураһында бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.


Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.


Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, ҡаһиндарға күренегеҙ, – тине. Махау сирлеләр унда китеп барышлай уҡ таҙарынды.


Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.


Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Ҡыҙҙың атаһы менән әсәһе таң ҡалды. Ғайса иһә уларға был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.


Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты һәм:


Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгелмен.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе – башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan