Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 7:6 - Изге Яҙма

6 Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 7:6
18 Iomraidhean Croise  

Елбәҙәк ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеге сусҡа моронондағы алтын алҡа һымаҡ.


Ахмаҡҡа хәбәр һөйләмә – ул һинең аҡыллы һүҙҙәреңдән көлөр.


Үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайтҡан эт һымаҡ, ахмаҡ әҙәм дә иҫәрлеген ҡат-ҡат ҡабатлар.


Тилегә тилеләрсә яуап бирмә, үҙең дә шуға оҡшарһың.


– Икмәкте балаларҙан алып, көсөктәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса.


Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.


Эй, ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.


Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙар һөжүменә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә, ялған имандаштар араһында ла хәүеф һағаланы.


Эт әҙәмдәрҙән һаҡланығыҙ! Яуызлыҡ ҡылыусыларҙан һаҡланығыҙ! Дөрөҫ булмаған сөннәтләүҙе талап итеүселәрҙән һаҡланығыҙ!


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр.


Ундай кешеләр тураһында мәҡәлдәрҙә дөрөҫ әйтелгән: «эт үҙ ҡоҫҡолоғона әйләнеп ҡайта» һәм «йыуындырылған сусҡа бысраҡта аунарға бара».


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan