Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 7:11 - Изге Яҙма

11 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 7:11
35 Iomraidhean Croise  

Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Раббы Хакимым; Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең. Бөтә кешеләр менән дә Һин шулай мөғәләмә итәһеңме, Раббы Хакимым?


Хаҡһыҙлыҡты һыу һымаҡ һемергән, Ерәнгес, боҙоҡ әҙәмгә ышанырмы?


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Бар күңелемдән Һиңә шөкөр итермен, Хакимым Аллам! Мәңге Һинең исемеңде ололармын.


Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».


Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам.


Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен, Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре, Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын; Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын!


Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ, Уны дауалап булаһы түгел. Уны кем һуң аңлай алыр?


– Исраил һәм Йәһүҙә нәҫеле тураһында әйткән игелекле вәғәҙәмде тормошҡа ашырыр көндәр килә, – тип белдерә Раббы. –


Исраил, Аллаң Раббыға әйләнеп ҡайт – Яуызлығың арҡаһында абындың һин.


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә – күктәге Атағыҙ ғына бар.


Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер?


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай, һәм бөтә донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.


Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтәһенең дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.


Йәлләмәйенсә, Үҙ Улын бөтәбеҙ өсөн үлемгә биргән Алла Уның менән бергә башҡа нәмәләрҙе беҙгә лә бүләк итмәҫме?


Әммә Изге Яҙма бөтә донъяның гонаһ тотҡононда булғанлығын белдерә, шуның өсөн дә Алланың вәғәҙә иткәне иман тотоусыларға Ғайса Мәсихкә инаныу аша бирелә.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Ҡарағыҙ, Атабыҙ беҙҙе ҡайһылай ныҡ ярата: беҙҙе «Алла балалары» тип атайҙар! Эйе, беҙ – Уның балалары. Ә донъя, Алланы танымағанға күрә, беҙҙе лә белмәй.


Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan