Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 6:9 - Изге Яҙма

9 Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 6:9
43 Iomraidhean Croise  

Һинең исемең мәңгелек данға күмелһен, «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Исраилдың Аллаһы!» – тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон.


Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп уға ҡолаҡ һал, бөтә үтенестәрен ғәмәл ҡыл. Донъялағы бар ҡәүемдәр, халҡың Исраил кеүек, Һинең исемеңде белһен, Һинән дәһшәтләнһен, мин төҙөгән ошо ҡорамдың Һинең исемеңә бағышланғанын белһен.


Һинең исемең мәңге йәшәһен, мәңге шөһрәтле булһын. «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил халҡының Аллаһы!» тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон.


былай ти: – Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббы! Һин асмандарҙағы Алла! Һин бар халыҡтарҙың батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итәһең. Һинең ҡулыңда – көс һәм ҡөҙрәт, һис кем Һиңә ҡаршы тора алмай!


Левиҙәрҙән Йешуағ, Ҡадмиил, Бани, Хашавнеяһ, Шеревъяһ, Һодияһ, Шеванъяһ, Пеҫахъяһ: – Аяҡҡа баҫығыҙ ҙа мәңгелектән мәңгелеккә булған Аллабыҙ Раббыны данлағыҙ! – тинеләр. – Эй Раббы, Һинең мөҡәддәс исемең маҡтаулы, һәр төрлө маҡтау-данлауҙарҙан өҫтөн!


Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр.


Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым?


Эйе, уларҙы тайғаҡҡа баҫтыраһың, Һәләкәткә этеп төшөрәһең.


Йә Раббы Аллабыҙ, инде беҙҙе Санхеривтың ҡулынан ҡотҡарһана, бөтә донъя батшалыҡтары Һинең, йә Раббым, берҙән-бер булғаныңды белһен».


Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.


Бер-береһенә былай тип өндәшәләр: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы мөҡәддәс, мөҡәддәс, мөҡәддәс! Бөтөн ер йөҙө Уның шөһрәте менән тулған!»


Ә бит Һин – беҙҙең Атабыҙ! Хатта Ибраһим беҙҙе танымаған, Исраил беҙҙең кемлегебеҙҙе белмәгән булһа ла, Атабыҙ Һинһең, йә Раббы, Әүәлдәрҙән бирле исемең Һинең – «Йолоп алыусыбыҙ беҙҙең».


Тик шулай ҙа, Раббы, Һин – беҙҙең Атабыҙ! Беҙ – балсыҡ, ә Һин – беҙҙең көршәксе. Барыбыҙ ҙа – Һинең ҡулдарыңдың эше.


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


Һеҙ ҡәүемдәр араһында хурлаған бөйөк исемемдең мөҡәддәс икәнлеген күрһәтермен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һеҙҙең аша изгелегемде ғәмәл ҡылғас, улар Минең Раббы икәнемде белер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтермен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытырмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


Һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр.


Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа уларҙың береһе лә ергә ҡолап төшмәҫ.


Ерҙә бер кемде лә «ата» тип исемләмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә – күктәге Атағыҙ ғына бар.


Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.


Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам! Әгәр Миңә был туҫтаҡты эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярың буйынса булһын!


Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.


Шуға күрә, күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.


Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә ярлыҡар.


Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.


Хәҙер үк ҡайтайым да: „Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым.


Улы уға: «Атай, мин күктәге Алла ҡаршыһында һәм һинең алдыңда гонаһ ҡылдым: инде һинең улың тип аталырға лайыҡ түгелмен», – тигән.


– Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алла Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләргә ерҙә именлек булһын!


– Миңә теймә! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына олғашманым. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Минең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына олғашам».


Рим ҡалаһында йәшәгән һәм Алланың изге халҡы булырға саҡырылған бөтә һөйөклөләренә Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.


Һеҙ яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар иткән ҡоллоҡ рухын алманығыҙ, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,


Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе.


Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.


Һәр кемде эшенә ҡарап тигеҙ күргән Хөкөм итеүсене доға ҡылғанда Атам тип атайһығыҙ икән, был донъяла мосафир булып йәшәгән саҡта ғүмер юлығыҙҙы ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән үтегеҙ.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan