4 Хәйерең йәшерен бирелһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.
Яман телле илдә нығына алмаһын, Залимды бәлә-ҡаза аулаһын, һәләк итһен.
Раббы – ҡаям минең, ҡәлғәм, йолоп алыусым; Аллам – ҡаям һәм мин Унда ышыҡ табам; Ул – ҡалҡаным, ҡотҡарыусы ҡөҙрәтем, һыйынысым!
Былай эшләп, уның башына ҡуҙ өйөрһөң, Раббы һиңә әжерен Үҙе бирер.
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
Шунда һинең ураҙа тотоуыңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атаң күрер. Йәшерен булғанды ла күргән Атаң һиңә әжереңде бирер.
Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен һул ҡулың белмәһен.
Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреп торған Атаң һиңә әжереңде бирер.
ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө һиңә әжере ҡайтарылыр.
Сөнки фаш ителмәҫ йәшерен бер нәмә лә, беленмәҫ һәм асылмаҫ бер сер ҙә булмаясаҡ.
Шуға күрә ваҡытынан алда хөкөм итмәгеҙ, Раббының килгәнен көтөгөҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәндәрҙе яҡтыға сығарасаҡ һәм кеше йөрәгендәге ниәттәрҙе асасаҡ. Ул саҡта инде һәр кем Алланың маҡтауын аласаҡ.
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған
Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.
Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.