Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 5:6 - Изге Яҙма

6 Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 5:6
29 Iomraidhean Croise  

Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке; Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам. Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым.


Уҡ атып, дошмандарын туҙҙырҙы, Йәшен йәшнәтеп, уларҙы тар-мар итте.


Ғәйепһеҙ кешегә боҫҡон ҡорған ерҙәренән Көтмәгәндә атырҙар – ҡурҡып тормаҫтар.


Бөтә донъя Һиңә сәждә ҡылыр, Мәҙхиә уҡыр, Исемеңде маҡтап йырлар». Села


Йә Раббы, илеңә миһырбанлыҡ ҡылдың, Яҡуп нәҫеленә муллыҡ-именлек ҡайтарҙың.


Ямандың ҡурҡыуы ғәмәлгә аша, тәҡүә кеше моратына ирешә.


Тәҡүәлеккә, тоғролоҡҡа ынтылғандар имен тормош, ҡәҙер-хөрмәт ҡаҙаныр.


Баҡсама килдем, һылыуым, кәләшем минең. Миррам менән хуш еҫле үләндәремде йыйҙым, Кәрәҙемдән балымды ашаным, Һөтөм менән шарабымды эстем. Туйғансы ашағыҙ, дуҫтар! Эй ғашиҡтар, Һөйөүҙән иҫергәнсе эсегеҙ!


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.


Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам!


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Минең ҡолдарым ашар, һеҙ ас ҡалырһығыҙ. Ҡолдарым эсер, һеҙ сарсауҙан ғазап сигерһегеҙ. Улар шатланыр, һеҙ иһә хурлыҡҡа төшөрһөгөҙ.


Һеҙ әсәйегеҙ Йәрүсәлимдең күкрәк һөтөн имерһегеҙ, Үҙегеҙгә йыуаныс табырһығыҙ. Мул ниғмәтен татып, зауыҡланырһығыҙ».


Мин арығандарға һыу бирермен, Талсыҡҡандарҙы ашатырмын.


Астарҙы ниғмәттәр менән туйындырҙы, байҙарҙы буш ҡул ебәрҙе.


әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.


Әлеге мәлдә туҡ булғандар, һеҙгә ҡайғы, сөнки асығырһығыҙ. Әлеге мәлдә көлөүселәр, һеҙгә ҡайғы, сөнки хәсрәтләнерһегеҙ һәм иларһығыҙ.


ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!


Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, селлә лә көйҙөрмәҫ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan