Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 5:5 - Изге Яҙма

5 Баҫалҡылар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Баҫалҡылар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 5:5
30 Iomraidhean Croise  

Борсаҡ түгер киҫәк-киҫәк, Кем һуң сыҙар Уның һыуығына?


Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай.


Мине гонаһлы бәндәләргә, Ҡан түгеүселәргә ҡуша һепереп түкмә.


Йөрәк тыпырсына, көсөм ҡасты, Хатта күҙҙәремдең нуры ҡайтты.


Йә Раббым, мине ташлама! Эй Илаһым, минән йыраҡлашма!


Тәҡәтем ҡороно, бөттө хәлем, Йөрәгем әсенеүҙән иңрәйем.


Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.


Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр, Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап, Ярлы-мохтаждар шатланыр.


Бөтөн халҡың тәҡүә булыр; Илдең мәңгелек хужаһына әйләнер. Улар – Мин ултыртҡан үҫенте, Шөһрәтемде күрһәтер өсөн ҡулымдың эше.


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Раббыны эҙләгеҙ, Илдең итәғәтле әҙәмдәре, Раббы ҡанундарын үтәүселәр, Хаҡлыҡ эҙләгеҙ, Тыйнаҡ булығыҙ – Бәлки, Раббының асыу көнөндә Боҫоп ҡалыу һеҙгә насип булыр.


Муса иһә ифрат тыйнаҡ, ер йөҙөндәге барлыҡ кешеләр араһында иң тыйнағы ине.


Минең ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш һәм баҫалҡымын. Шул мәлдә йәнегеҙ тыныслыҡ табыр.


«Сион-ҡыҙға әйтегеҙ: бына, һиңә Батшаң килә. Ул йыуаш; ишәккә һәм йәш ишәккә, йөк йөрөтә торған хайуан балаһына, менгән».


Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде.


баҫалҡылыҡ, тотанаҡлылыҡ. Бындай сифаттарға бер ниндәй ҡанун да ҡаршы килмәй.


Һәр ваҡыт тыйнаҡ, баҫалҡы һәм сабыр булығыҙ, бер-берегеҙҙе мөхәббәт менән ҡабул итегеҙ.


Шуға ла һеҙ, Алла тарафынан һайланған кешеләр, Уның изгеләре һәм һөйөклөләре булараҡ, шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ.


Һин иһә, Алла кешеһе, быларҙан ситтә тор, ә тәҡүә булыуҙа, ихлас табыныуҙа, иманда, мөхәббәттә, сабырлыҡта, баҫалҡылыҡта уңыштарға өлгәш.


өйрәтеүҙәргә ҡаршы сығыусыларҙы ипле генә төҙәтергә тейеш. Алла тарафынан, бәлки, уларға ла хәҡиҡәтте танып белеү өсөн тәүбә бирелер,


шулай уҡ кешене яманламаҫҡа, ә тыныслыҡты һөйөргә, иғтибарлы һәм бөтә кешеләргә ҡарата ла бик илгәҙәк булырға өйрәт.


Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә.


Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм аңлы? Шул әҙәм ғәмәлдәренең зирәк аҡылдан килгән тыйнаҡлыҡ аша башҡарылыуын үҙенең лайыҡлы тормошо менән күрһәтһен.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсихте Хаким итеп изгеләп ололағыҙ. Өмөтөгөҙ хаҡында һеҙҙән хисап талап иткән һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ,


ә ысын йөрәктән сыҡҡан, баҫалҡы һәм тыныс холоҡтоң һулымаҫ эске матурлығында булһын. Алла алдында бына шул ҡиммәтле.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan