Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 5:1 - Изге Яҙма

1 Халыҡ төркөмөн күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Халыҡ төркөмөн күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 5:1
16 Iomraidhean Croise  

Уның тирәһенә күмәк халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо.


Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы.


Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Йәрүсәлимдән, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.


Ғайса уларға аң-белем бирә башланы:


Ғайса, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс,


Ғайса өйөнә ҡайтты. Унда шул тиклем күп кеше йыйылғайны, хатта Ғайса менән шәкерттәренең тамаҡ ялғарлыҡ та ваҡыты булманы.


Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо.


Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.


Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды.


Ғайса шәкерттәренә ҡарап былай тине: – Ярлылар, һеҙ бәхетле, сөнки Алла батшалығы һеҙҙеке;


Ошо һүҙҙәрҙән һуң һигеҙ көн самаһы үткәс, Ғайса Петрусты, Яхъяны һәм Яҡупты Үҙе менән алып, доға ҡылырға тауға менде.


Ғайса, уларҙың Үҙен тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan