Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 4:23 - Изге Яҙма

23 Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

23 Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 4:23
46 Iomraidhean Croise  

Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.


Хөкөм ҡылыусы бары тик Алла ғына – Түбән дә төшөрөр, үрләтер ҙә.


һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Унан киткәс, Ғайса ғибәҙәтханаға инде.


Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.


Ул Үҙенең ҡалаһына ҡайтҡас, кешеләргә ғибәҙәтханаларҙа аң-белем бирҙе. Тыңлаусылар таң ҡалып: – Шундай тәрән аҡыл һәм мөғжизәләр ҡылыу ҡөҙрәте Уға ҡайҙан килгән икән? – тине. –


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уларҙы йәлләп, араларындағы ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырҙы.


Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.


– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Яхъя ҡулға алынғандан һуң, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләй-вәғәзләй, Ғайса Галилеяға килде.


Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы.


Ул, ғибәҙәтханаларҙа вәғәздәр һөйләп, кешеләрҙең эсенән ендәрен ҡыуып сығарып, бөтә Галилея буйлап йөрөнө.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: –


Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө.


Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлаша», – тип әйтегеҙ.


Ғайса шәмбе көндө бер ғибәҙәтханала өйрәтте.


Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.


Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде.


Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтты. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.


Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.


Ғайса илселәр менән бергә тауҙан тигеҙлеккә төштө. Унда Уның күп кенә шәкерттәре һәм бөтә Йәһүҙиәнән дә, Йәрүсәлимдән дә, диңгеҙ буйындағы Тир һәм Сидон яҡтарынан да бик күп халыҡ йыйылды.


Икенсе бер шәмбелә Ғайса ғибәҙәтханаға инеп халыҡты өйрәтте. Унда уң ҡулы ҡороған берәү бар ине.


Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.


Ғайса Яхъяның шәкерттәренә: – Барығыҙ, күргән һәм ишеткәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ: һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.


Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәрҙе. Ғайса, халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырҙы.


Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тине.


– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта әйтте.


Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Һәр шәмбе көндө ул ғибәҙәтханала йәһүдтәр һәм гректар менән фекер алышты, уларҙы инандырырға тырышты.


Алла Батшалығын арағыҙҙа йөрөп вәғәзләүемде ишеткәндәрегеҙҙең береһе лә мине бүтәнсә күрмәҫен хәҙер инде беләм.


Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.


Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan