Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 3:3 - Изге Яҙма

3 Ишағыяһ пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!“» – тип Яхъя тураһында әйткәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Ишағыя пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», – тип Яхъя тураһында әйткәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ишағыяһ пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!“» – тип Яхъя тураһында әйткәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 3:3
8 Iomraidhean Croise  

Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!»


Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


– Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan