Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 3:16 - Изге Яҙма

16 Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күк ҡабағы асылып китте лә Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшкәнен күрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

16 Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күк ҡабағы асылып китте лә Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшкәнен күрҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 3:16
14 Iomraidhean Croise  

Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.


«Бына, Минең яҡлай торған ҡолом, Уны Үҙем һайлап алдым! Күңелем уны хуш күрә; Уны Рухым менән һуғарҙым, Ул ҡәүемдәргә ғәҙел хөкөм килтерер.


«Миңә ҡалһа, – ти Раббы, – Улар менән төҙөшкән килешеүем ошо: һеҙгә иңдергән Рухым, ауыҙығыҙға һалған һүҙҙәрем әленән алып мәңгегә һеҙҙең үҙегеҙҙән, балаларығыҙҙан һәм зат-зәүерегеҙҙең ауыҙынан китмәҫ».


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Һыуҙан сығыу менән Ғайса күк ҡабағының ярылып китеүен һәм Үҙенә күгәрсен сүрәтендә Изге Рух төшкәнен күрҙе.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


– Ана, – тине ул. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм!


Ул, Ғайса Мәсих, Үҙенең сумдырылыу һыуы һәм үлеменең ҡаны аша килгән. Һыу аша ғына түгел, ә һыу һәм ҡан аша килгән. Был хаҡта Рух шаһитлыҡ ҡыла, сөнки Рух – хәҡиҡәт ул.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan