Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 3:11 - Изге Яҙма

11 Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 3:11
29 Iomraidhean Croise  

Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр.


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.


Сүлгә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.


Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.


Яхъя уларҙың бөтәһенә лә былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары ғәфү ителһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөнө.


Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине» тип һөйләгәнем – бына Ул Үҙе, – тип ҡысҡырып иғлан итте.


«Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе.


Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырғайны, һеҙ бер нисә көндән Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ.


– Яхъя ҡылған һыуға сумдырыу гонаһтарҙан тәүбә итеү өсөн булды. Ул халыҡты үҙенән һуң килгән Затҡа, йәғни Ғайсаға, инанырға өндәне, – тине Паулус.


Шулай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу янына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәши.


Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде, һәм Филиппус уны һыуға сумдырып алды.


Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.


Миңә, бөтә изгеләр араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


беҙҙе ҡылған ғәҙел эштәребеҙ өсөн түгел, ә Үҙенең шәфҡәте арҡаһында ҡотҡарҙы, яңы тормош биргән һыу менән таҙарындырҙы, Изге Рух менән яңыртты.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan