Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 3:1 - Изге Яҙма

1 Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килеп вәғәзләй башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килеп вәғәзләй башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 3:1
27 Iomraidhean Croise  

Йеһоядағ улы Бенаяһ барып Йоавты үлтерҙе лә мәйетен өйөнөң эргәһендәге ҡырҙа күмделәр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.


Яхъяның шәкерттәре киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?


– Берәүҙәр Уны Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһы берҙәре Йермеяһ йәки башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең береһе тип уйлай, – тине шәкерттәре.


Сөнки Яхъя һеҙгә тәҡүә булыу юлын күрһәтергә тип килгәйне, һеҙ уға ышанманығыҙ. Ә һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр ышанды. Һеҙ, быны күреп тә, барыбер уйығыҙҙан кире ҡайтманығыҙ һәм уға ышанманығыҙ.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!


– Ваҡыт етте, – тине Ул. – Алла Батшалығы яҡынлаша! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ!


Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


Килгән кешеләр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?


Һәм бына, Раббы вәғәҙә иткәнсә, бөгөнгө көнгәсә йәшәргә насип итте. Ул быны Мусаға вәғәҙә иткәнгә ҡырҡ биш йыл булды – ул саҡта исраилдар сүлдә йөрөй ине. Әле миңә һикһән биш йәш.


Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan