Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 26:74 - Изге Яҙма

74 Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

74 Шунда Петр: – Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

74 Шунда Петрус: – Мин ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап шул ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 26:74
19 Iomraidhean Croise  

Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!


Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тип яуапланы.


Бер аҙҙан шунда торғандар уның янына килеп: – Һин ысынлап та шуларҙың береһе. Һөйләшеүеңдән үк күренеп тора, – тинеләр.


Шунда Петрус Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп-әрнеп иланы.


– Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.


– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса.


Әммә Петрус: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Әммә Петрус уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тине. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Петрус тағы инҡар итте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.


Әгәр ҙә был үҙ халҡыма, ҡан-ҡәрҙәштәремә ярҙам итә алһа, Мәсихтән айырылып, ҡәһәрләнгән килеш ҡалырға риза булыр инем.


Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!


Мин Үҙем яратҡан һәр кемгә үпкә белдерәм һәм тәртипкә өйрәтәм. Шуға күрә сәмсел бул һәм тәүбә ит.


Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.


Ләкин беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы уларға кәләш итеп бирә алмайбыҙ, сөнки Исраил халҡы: «Бинйәмингә кәләш биргән кешегә ҡарғыш төшһөн», – тип ант итте.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan