Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 26:53 - Изге Яҙма

53 – Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

53 – Әллә һин Мине Атама мөрәжәғәт итә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

53 – Әллә Мин Атама мөрәжәғәт итә алмам, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 26:53
12 Iomraidhean Croise  

Шунан: – Йә Раббы, хеҙмәтсемдең күҙен ас, күрһен, – тип доға ҡылды. Раббы хеҙмәтсенең күҙен асты. Егет ҡараһа, ни күрә: Ильясиғиндың эргәһендәге тау утлы аттар һәм яу арбалары менән ҡапланған.


Уның хозурынан ут ташҡыны йылға булып аға. Уға хеҙмәт итеүселәр меңдәрсә, Күптин-күптәр алдында әҙер тора. Бына хөкөм ултырышы башланды, Һәммә китаптар асылды.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте.


Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.


– Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса. – Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге


Ғайса унан: – Исемең кем? – тип һораны. – Ғәскәр, – тип яуап бирҙе ул, сөнки был кешенең эсенә эйәләшкән ендәр бик күп ине.


Йәнемде Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Йәнемде бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Мин Атамдан алдым.


– Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, Минең кешеләрем Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.


ә һеҙгә, яфа сигеүселәргә, беҙҙең менән бергә тыныслыҡ бүләк итер. Был Раббы Ғайса күктән Үҙенең ҡеүәтле фәрештәләре менән ут ялҡынында килгәнендә һәм Алланы һанға һуҡмаған, Раббы Ғайса тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында булыр.


Ханох, Әҙәм быуынындағы етенсе кеше, улар тураһында пәйғәмбәрлек ҡылып былай тигән: «Бына Үҙенең иҫәпһеҙ-һанһыҙ изгеләре менән Раббы килер.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan