Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 24:7 - Изге Яҙма

7 Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Халыҡ – халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 24:7
20 Iomraidhean Croise  

Бер халыҡ икенсе халыҡты юҡ итте, бер ҡала икенсе ҡаланы емерҙе, сөнки Алла төрлө хәтәрҙәр менән уларҙы хафаға һалды.


«Мысыр халҡын бер-береһенә ҡаршы ҡотортам. Туған – туғанына, дуҫ – дуҫына, Ҡала ҡалаға ҡаршы сығасаҡ, Батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итәсәк.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер.


Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин Йәрүсәлимгә кешеләрен һәм мал-тыуарҙы юҡ итер өсөн дүрт ҡаты язамды: ҡылыс, аслыҡ, йыртҡыс януарҙар һәм үләт ебәрәм.


Емерәм, емерәм, емерәм был ҡаланы! Бындай емерелеүҙең быға тиклем булғаны юҡ ине. Уның ысын хужаһы килгәнгә тиклем ул шулай ҡаласаҡ. Мин ҡаланы уға бирәсәкмен».


Ул көндө Раббы кешеләргә ҡот осҡос дәһшәт күндерер. Һәр кем үҙенең янындағы әҙәмгә йәбешеп, бер-береһенә ҡаршы ҡул күтәрерҙәр.


көслө ер тетрәүҙәр булыр, урыны-урыны менән аслыҡ, ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр, ҡот осҡос күренмештәр ҙә, күктә ҡөҙрәтле билдәләр ҙә күренер.


Уларҙың Һағаб исемле береһе тороп баҫты ла, Рух арҡылы алдан күреп, бөтә донъяла ҡаты аслыҡ буласағын әйтте. Ул аслыҡ ҡайсар Клаудиус заманында булды.


Юғарыла – күктә – мөғжизәләр, ә түбәндә – ерҙә – хикмәттәр күрһәтермен: Ҡан, ут һәм төтөн бағаналары күренер,


«Тағы бер тапҡыр» тигән һүҙҙәр быны аңлата: ҡаҡшамаҫ нәмәләр генә ҡалһын өсөн, ҡаҡшай торған, йәғни бар ителгән һәр нәмә урынынан күсерелер.


Аҙаҡ мин Бәрәстең алтынсы мисәтте ҡуптарып алғанын күрҙем: көслө итеп ер тетрәне, ҡояш матәм кейеме кеүек ҡарайҙы, ай ҡан кеүек ҡыҙарҙы.


Бәрәс өсөнсө мисәтте ҡуптарғас, мин өсөнсө йән эйәһенең: – Кил! – тип әйткәнен ишеттем. Ҡараным да ҡара ат күрҙем. Өҫтөндәге һыбайлы ҡулына үлсәү тотҡайны.


Дүрт йән эйәһе араһынан уға өндәшкән тауыш ишеткәндәй булдым: – Бер үлсәм бойҙай өсөн – бер көнлөк эш хаҡы, шулай уҡ өс үлсәм арпа өсөн дә – бер көнлөк эш хаҡы. Әммә зәйтүн майына һәм шарапҡа зыян итмә.


Ҡараным да күкһел төҫтәге ат күрҙем. Уның һыбайлыһының исеме «Үлем» ине, артынан үлеләр донъяһы эйәргәйне. Уларға кешеләрҙе ҡылыс һәм аслыҡ, үләт һәм йыртҡыстар менән үлтерер өсөн ерҙең дүрттән бер өлөшөнә хакимлыҡ бирелде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan