Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 24:5 - Изге Яҙма

5 Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

5 Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Күптәр: «Мин – Мәсих», – тип Минең исемем менән килеп, бик күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 24:5
15 Iomraidhean Croise  

– Был пәйғәмбәрҙәр Минең исемемдән ялған һөйләй, – тине Раббы. – Мин уларҙы ебәрмәнем, уларға бойороҡ бирмәнем, улар менән һөйләшмәнем. Алдаҡ күренмештәрен, буш-юҡ күрәҙәлектәрен, үҙҙәренең уйҙырмаларын һеҙгә пәйғәмбәрлек тип һөйләп йөрөйҙәр.


«Был пәйғәмбәрҙәрҙе Мин ебәрмәнем, Улар үҙҙәре сабышып килгән. Мин уларға өндәшмәнем, Үҙҙәре пәйғәмбәрлек иттеләр.


– Минең исемемдән ялған пәйғәмбәрлек итеүселәрҙең һөйләгәндәрен ишеткәнем бар Минең: «Мин бер төш күрҙем, мин төш күрҙем!» – тиҙәр улар.


Раббы былай ти: „Халдейҙар беҙҙән мотлаҡ китәсәк!“ тип үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Улар китмәйәсәк!


Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.


Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.


Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ. Әгәр кемдер үҙ исеменән килһә, уны ҡабул итәһегеҙ.


– Мин һеҙгә: «Гонаһтарығыҙ эсендә үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең Шул икәнемә ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.


Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмағанымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләгәнемде белерһегеҙ.


Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ.


Кем ул ялғансы? Ялғансы – ул Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Ундай кеше Мәсихтең дошманы һәм ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә.


Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – Мәсих дошманының рухы, һеҙ уның килере тураһында ишеткәйнегеҙ, һәм ул хәҙер донъяла инде.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan