Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 22:10 - Изге Яҙма

10 Хеҙмәтселәр, юлға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Хеҙмәтселәр юлдарға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Хеҙмәтселәр, юлға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 22:10
15 Iomraidhean Croise  

Баҫыу – донъя ул, яҡшы орлоҡтар – Батшалыҡ улдары, ҡый үләне – Иблис балалары,


Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән.


Тегеләр май һатып алып йөрөгән арала, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә инеп киткән һәм артынан ишек ябылған.


Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.


Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.


Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan