Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 21:3 - Изге Яҙма

3 Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрерҙәр, – тине Ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ул ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрер, – тине Ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Әгәр берәйһе ни ҙә булһа әйтһә, уға: «Улар Хужаға кәрәк», – тип яуап бирегеҙ. Ишәктәрҙе шунда уҡ биреп ебәрерҙәр, – тине Ул.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 21:3
18 Iomraidhean Croise  

– Тор, Сидонға, Сарефаҫ ҡалаһына бар ҙа шунда ҡал. Унда бер тол ҡатынға һине ашатып торорға ҡуштым.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.


Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;


Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!


– Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Барып етеү менән бәйләп ҡуйылған инә ишәк менән йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уларҙы ысҡындырып, Миңә алып килегеҙ.


Был иһә пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:


Ул Һин ышанып тапшырған кешеләргә мәңгелек тормош бирһен тип, Уға барлыҡ кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ бирҙең бит.


Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.


кешеләрҙең Уға ҡул хеҙмәте күрһәтеүенә лә мохтаж түгел. Ул Үҙе һәр кемгә тормош, һулыш һәм башҡа бар нәмәне бирә.


Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.


Шаул да Гивғаға үҙенең өйөнә йүнәлде. Күңелдәренә Алла ҡағылған ҡыйыу ир-егеттәр уға эйәрҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan