Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 2:12 - Изге Яҙма

12 Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

12 Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 2:12
17 Iomraidhean Croise  

Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


Әммә кендек инәләре Алланан ҡурҡты, Мысыр батшаһының бойороғон үтәмәне: ир балаларҙың ғүмерен өҙмәне.


Төндә Даниилға бер күренмеш иңде, һәм теге сер йомғағы һүтелде. Шунда Даниил Күк Аллаһына шөкөрана ҡылды.


Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.


Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.


Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:


Әммә, Йәһүҙиәлә Һируд урынында улы Архелайос батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә йәнә бер иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була.


– Беҙҙе тәҡүә һәм Алланы ололап йәшәгән, барлыҡ йәһүд халҡында хөрмәт ҡаҙанған йөҙ башы Корнелиус ебәрҙе. Изге фәрештә уға һине үҙенең өйөнә саҡырырға, һинең һөйләгәндәреңде тыңларға бойорҙо, – тинеләр.


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?


Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.


Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыллы баштарҙы үҙҙәренең үк хәйләһенә эләктерә».


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan