Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 17:6 - Изге Яҙма

6 Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

6 Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ҡапланды, улар бик ныҡ ҡурҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 17:6
14 Iomraidhean Croise  

Дауыт, башын күтәреп ҡараһа, ер менән күк араһында Йәрүсәлим өҫтөнә ҡылысын һуҙған Раббы фәрештәһен күреп ҡала. Ҡыл кейемгә кейенгән Дауыт һәм аҡһаҡалдар йөҙҙәре менән ергә ҡаплана.


Мин, тороп, үҙәнгә сыҡтым. Ҡараһам, унда Кевар йылғаһында күргәндәге шөһрәт кеүек үк Раббының шөһрәте тора. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Был күренмеш Алла ҡаланы һәләк итергә килгән ваҡытта һәм Кевар йылғаһы буйында иңгән күренмештәргә оҡшаш ине. Мин йөҙтүбән ергә ҡапландым.


Тегеһе мин торған ергә килде. Ул яҡынайғас, мин ҡурҡыуымдан йөҙтүбән ергә ҡапландым. Ул миңә: – Бел, эй әҙәм улы, был күренмеш – ахыр замандар тураһында, – тине.


Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Ғайса килеп уларға ҡағылды ла: – Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ! – тине.


Мин ергә йығылдым һәм: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем.


Беҙ бөтәбеҙ ҙә ергә йығылдыҡ һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә йәһүд телендә: «Шаул, Шаул! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең? Осло таяҡҡа ҡаршы торһаң, үҙеңә зыян килтерерһең», – тине.


Ғайса менән изге тауҙа булған саҡта, күктән килгән был ауазды үҙебеҙ ишеттек.


Ҡорбан усағынан ялҡын юғарыға күтәрелә башлағас, Раббы фәрештәһе ялҡында күккә ашты. Быны күреп торған Маноах менән ҡатыны ергә ҡапланды.


Маноах ҡатынына: – Әжәлебеҙ еткәндер инде – Алланы күрҙек бит, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan