Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 17:3 - Изге Яҙма

3 Ҡараһалар, ҡаршыларында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшә башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Ҡапыл улар ҡаршыһында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Ҡараһалар, ҡаршыларында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшә башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 17:3
22 Iomraidhean Croise  

Ғилғәдтәге Тишбе ҡалаһынан Ильяс пәйғәмбәр Ахав батшаға: – Мин хозурында баҫып торған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит: был йылдарҙа ергә, мин әйтмәйенсә, бер тамсы ысыҡ, бер тамсы ямғыр төшмәҫ! – тип белдерҙе.


Бына Мин Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килер алдынан һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрермен.


Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.


Петрус Ғайсаға: – Хакимыбыҙ, беҙҙең бында булғаныбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.


Уларҙың ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды. Улар Ғайса менән һөйләшә ине.


Ильястыҡы кеүек үк рухҡа һәм ҡөҙрәткә эйә булып, Раббының алдынан барыр. Атайҙарҙың йөрәген балаларына табан борор, Аллаға буйһонмаусыларҙы, фекерҙәрен үҙгәрттереп, тәҡүә кешеләрҙең юлына борор һәм, шулай итеп, халыҡты Раббының килеүенә әҙерләр.


Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.


Шунан Ул, Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап, барлыҡ Яҙмаларҙа Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып бирҙе.


– Һеҙҙең менән бергә булған саҡта Мин былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбүрҙә Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырға тейеш, тигәйнем, – тине.


Был кешеләр Ғайса эргәһенән китергә торғанда Петрус: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине. Тик ул ни әйткәнен үҙе лә белмәй ине.


Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.


Мин уларға ҡәрҙәштәре араһынан һинең кеүек бер пәйғәмбәр һайлап ҡуйырмын һәм һүҙҙәремде уның ауыҙынан әйттерермен. Мин нимә бойорһам, ул шуларҙың барыһын да һеҙгә һөйләр.


Исраилда Муса кеүек, Раббы йөҙгә-йөҙ танып-белгән пәйғәмбәр башҡаса булманы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan