Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 15:4 - Изге Яҙма

4 Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тигән бит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тигән бит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кешегә үлем язаһы бирелһен», – тигән бит.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 15:4
18 Iomraidhean Croise  

Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә ғүмерең оҙон булыр.


Атаһын йәки әсәһен хурлаған һәр кем үлтерелергә тейеш.


Ата-әсәһенә тел тейҙергән бәндәнең сыраһы төн ҡараңғылығында ҡапыл һүнер.


Яҡты донъяға килтергән атаң һүҙен тыңла, олоғайған көнөндә әсәйеңде хурлама.


Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.


Бары ҡанун һәм шаһитнамәгә генә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә уларҙың әйткәне шуларға тап килмәй икән, улар өсөн таң атмаясаҡ.


Һәр кем әсәһе менән атаһын хөрмәт итһен һәм Минең шәмбе көндәремде тотһон. Мин Аллағыҙ Раббымын.


Атаһы менән әсәһен хурлаған кеше үлтерелергә тейеш, сөнки ул атаһы менән әсәһен хурлаған, тимәк, үлемендә үҙе ғәйепле.


– Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла бойороғон боҙаһығыҙ? – тине Ғайса. –


Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти,


атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса.


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.


Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә.


«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.


Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan