Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 15:1 - Изге Яҙма

1 Шул ваҡыт Ғайса янына Йәрүсәлимдән фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Шул ваҡыт Ғайса янына Иерусалимдан фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шул ваҡыт Ғайса янына Йәрүсәлимдән фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 15:1
11 Iomraidhean Croise  

– Муса урынын фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре биләп алды.


Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренең һәм фарисейҙарҙың тәҡүәлегенән артығыраҡ булмаһа, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.


Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Бәғел-Зевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.


Бер тапҡыр, Ғайса халыҡҡа аң-белем биргән саҡта, тыңлаусылар араһында Галилеяның һәм Йәһүҙиәнең барлыҡ ауылдарынан, шулай уҡ Йәрүсәлимдән килгән фарисейҙар менән ҡанун өйрәтеүселәр ҙә ултыра ине. Раббы ҡөҙрәте Ғайса менән ине, һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?


Фарисейҙар һәм уларға ҡараған ҡанун белгестәре, асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлы әҙәмдәр менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Йәһүд хакимдары Йәрүсәлимдән ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул яуап биреүҙән баш тартманы. Йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ: – Мин Мәсих түгел, – тип шаһитлыҡ итте.


Шау-шыу күтәрелде, фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре тороп, ҡәтғи рәүештә: – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки, уға ысынлап та рух йәки фәрештә әйткәндер, – тинеләр.


Паулус күренгәс, Йәрүсәлимдән килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм күп төрлө етди енәйәттәрҙә ғәйепләй башланы. Ләкин ташлаған ғәйептәрен иҫбат итә алманылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan