Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 13:11 - Изге Яҙма

11 – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап бирҙе Ғайса. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 – Һеҙгә Күктәр Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә уларға бирелмәгән, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 13:11
40 Iomraidhean Croise  

Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр.


Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды. Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар.


Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.


Шәкерттәре Уның янына килеп: – Ни өсөн Һин халыҡҡа ҡиссалар менән һөйләйһең? – тип һораны.


– Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


– Был һүҙҙәрҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. –


– Һеҙ, ысынлап та, Минең туҫтағымдан эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса.


Ә инде уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт биреү Минең ихтыярымда түгел. Был урындар кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ, – тине Ғайса уларға.


– Һеҙгә Алла Батшалығының сере асылған, тыштағыларға иһә ҡиссалар аша еткерелә. Шулай итеп улар: «Ҡарауын-ҡарап та, күрмәйҙәр, ишетеүен-ишетеп тә, аңламайҙар; әгәр Аллаға табан боролһалар, ярлыҡау алырҙар ине».


Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.


Ул һүҙен дауам итте: – Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, һис кем Минең яныма килә алмай», – тинем.


Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.


Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты.


Имандаштар, һеҙ эреләнеп китмәһен өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тейешле һанға еткәнгә тиклем Исраилдың бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.


Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Һеҙгә сер асам: беҙ бөтәбеҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –


Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.


Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле аҡылы тураһында вәғәзләйбеҙ.


Шулай итеп, һәр кем беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре һәм Алланың серҙәре ышанып тапшырылған кешеләр тип һанаһын.


Һине кем өҫтөн итеп ҡуйҙы? Юғарынан бирелгәндән тыш, һинең үҙеңдең нимәң бар? Юғарынан бирелгән икән, ни өсөн унан алмаған һымаҡ маҡтанаһың?


Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, изгеләргә Алланың вәғәҙә иткән өлөшө ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт


Ул, Мәсихтә тормошҡа ашырырға ҡарар иткән изге ниәте буйынса, беҙгә Үҙ ихтыярының серен асты.


Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм.


Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ.


Улар мөхәббәттә берләшеп, рухтары күтәрелһен һәм һәр яҡлап тәрән һәм бай белемле булһындар, шулай Алланың серен, йәғни Мәсихте белһендәр ине.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.


иманыбыҙҙың серле асылын саф выждан менән һаҡларға тейеш.


Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan