Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 11:12 - Изге Яҙма

12 Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

12 Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 11:12
11 Iomraidhean Croise  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.


Яхъя килгәнгә тиклем үк бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да буласаҡ ваҡиғалар тураһында алдан белдерҙе.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


– Бөтә көсөгөҙҙө һалып, тар ишектән инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.


Ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр дәүере Яхъя килгәнгә тиклем дауам итте. Хәҙер иһә Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә, һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.


[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Әҙәм Улын хуплап, Үҙенең тамғаһын Уға һалды, – тине.


Һөйөклөләрем, һеҙ мине янығыҙҙа булғанда ғына түгел, бигерәк тә хәҙер, янығыҙҙа булмағанда ла, ҡотолоуығыҙ хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan