Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 11:10 - Изге Яҙма

10 Уның тураһында Изге Яҙмала: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, Ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Уның тураһында Изге Яҙмала: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Уның тураһында Изге Яҙмала: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, Ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 11:10
10 Iomraidhean Croise  

Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бына Мин Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килер алдынан һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрермен.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесе тип һаналғаны ла унан бөйөгөрәк.


Ишағыяһ пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!“» – тип Яхъя тураһында әйткәйне.


Ишағыяһ пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Бына, Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.


Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.


– Мин – Ишағыяһ пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan