Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 11:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 11:1
19 Iomraidhean Croise  

һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Шуны белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәткәндәренә хайран ҡалды,


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Шулай итеп, шәкерттәр юлға сығып китте һәм кешеләрҙе тәүбәгә килергә өндәп йөрөнөләр,


Әммә улар: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтә Йәһүҙиә ерендә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышты.


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.


Мин – Атамдың бойороҡтарын үтәп, Уның мөхәббәтендә йәшәйем, һәм һеҙ ҙә, бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, Минең мөхәббәтемдә йәшәрһегеҙ.


Бойороҡтарымды үтәһәгеҙ, һеҙ – Минең дуҫтарым.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Ғайса – тереләргә һәм үлеләргә Алла тарафынан билдәләп ҡуйылған Хөкөмдар. Ул беҙгә ошо хаҡта халыҡҡа вәғәз әйтергә һәм шаһитлыҡ ҡылырға бойороҡ бирҙе.


сөнки Раббы Ғайса исеменән ниндәй бойороҡтар биреүебеҙҙе беләһегеҙ.


Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек.


Имандаштар, беҙҙең өйрәткәндәребеҙ буйынса йәшәмәйенсә, ялҡаулыҡҡа баш һалған һәр имандаштан ары тороғоҙ, тип Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән талап итәбеҙ.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгәнгә тиклем был бойороҡҡа тоғро бул һәм уны һүҙ тейҙермәҫлек итеп үтә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan