Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 10:18 - Изге Яҙма

18 Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

18 Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 10:18
15 Iomraidhean Croise  

Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.


Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә, тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге белдерелер.


Ғайса уны: – Ҡара уны, был турала бер кемгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә ҡаһинға барып күрен дә, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


Шулай итеп, Раббыбыҙ тураһында шаһитлыҡ биреүҙән дә, Уның хаҡына тотҡон булған минән дә оялма; ә минең менән бергә Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына Алланың көс-ҡеүәтенә таянып ғазаплан.


Мин Ғайсаның ғазап сигеүен, батшалығын һәм сыҙамлығын уртаҡлашыусы имандашығыҙ Яхъямын, Алла һүҙе һәм Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәнем өсөн Патмос тип аталған утрауға ебәрелгәйнем.


Шаһитлыҡ итеүҙәрен тамамлағас, упҡындан януар күтәрелеп сығып, улар менән алышыр, уларҙы еңер һәм үлтерер.


Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан усағы аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan