Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Матфей 1:11 - Изге Яҙма

11 Исраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Израиль халҡы көсләп Вавилонға күсерелгән дәүерҙә Иосияның улы Иоаким һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Исраил халҡы көсләп Бабилға күсерелгән дәүерҙә Йошияһтың улы Йехонъяһ һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Матфей 1:11
17 Iomraidhean Croise  

Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе – Хамутал Ливна ҡалаһынан Йермеяһ ҡыҙы ине.


Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.


Ҡалала иҫән ҡалған кешеләрҙе, Бабил батшаһы яғына күскәндәрҙе һәм башҡа халыҡты Невузарадан һөргөнгә оҙатты.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Ҡылыстан имен ҡалғандарҙы иһә ул батша Бабилға һөргөнгә алып китә. Йәһүҙә халҡы Бабил батшаһына һәм улдарына ҡол була. Фарсы батшалығы көсәйгәнгә тиклем шулай дауам итә.


Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге.


Ҡалала тере ҡалған халыҡты, халдейҙар яғына сыҡҡан кешеләрҙе – иҫән ҡалған барыһын да нөгәрҙәр башлығы Невузарадан, әсиргә алып, Бабилға алып китте.


Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.


Бабилға көсләп күсерелгәндән һуң Йехонъяһтың улы Шеалтиил тыуҙы. Шеалтиил – Зеруббавелдың,


Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Бабилға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм, Бабилға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan