Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 9:38 - Изге Яҙма

38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенәм, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырған. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

38 Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенеп һорайым, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырҙы. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 9:38
8 Iomraidhean Croise  

Беҙ һин хакимыбыҙға: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Шул төбәктә йәшәгән ҡәнғәни халҡынан булған бер ҡатын Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләшкән, ул бик ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.


Ғайса ҡала ҡапҡаһына яҡынлашҡанда, ҡаланан мәйет күтәреп сығып киләләр ине. Бер тол ҡатындың берҙән-бер улы үлгән икән. Уны ҡаланан бик күп кеше оҙатып бара ине.


Икенсе көн шәкерттәре менән тауҙан төшкән Ғайсаны күмәк халыҡ ҡаршы алды.


Яуыз рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбек сыға. Яуыз рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә сигенә.


Был кеше, Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәнен ишетеп, Уның янына китте һәм үлем түшәгендә ятҡан улын һауыҡтырыуын ялбарҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan