Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:7 - Изге Яҙма

7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Улар, сәнскәк менән бергә үҫеп, баҫылып ҡалған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:7
11 Iomraidhean Croise  

Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, Ҡырҙағы үләндәр менән туҡланырһың.


Раббы Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим халҡына былай ти: «Сиҙәм ерҙәр күтәрегеҙ, Сәнскәктәр араһына орлоҡ сәсмәгеҙ.


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.


Башҡа орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып киткән.


Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, шытып килгән үҫентеләрҙе баҫып киткәнлектән, улар башаҡланмаған.


Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Ҡайһы береһе ташлы ергә төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған.


Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan