Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:52 - Изге Яҙма

52 Бөтәһе лә үкһеп иланы. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

52 Бөтөнөһө лә үкһеп илаған. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

52 Бөтәһе лә үкһеп иланы. Әммә Ғайса уларға: – Иламағыҙ, ул үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:52
14 Iomraidhean Croise  

Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.


Батша был хәбәрҙән ҡойолоп төштө лә илап ебәрҙе һәм бер туҡтауһыҙ: – Улыҡайым Авшалом! Улыҡайым минең Авшалом! Һин үлгәнсе үҙем генә үлһәмсе, улыҡайым! – тип һамаҡлай-һамаҡлай ҡапҡа башындағы бүлмәгә йүнәлде.


Раббының шөһрәте Исраил халҡына тау башында дөрләп янған ут кеүек күренде.


Раббы былай ти: – Дауыт нәҫеленә һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә мәрхәмәт һәм доға рухын яуҙырырмын. Улар Миңә – үҙҙәре сәнскән затҡа ҡарарҙар ҙа, берҙән-бер балалары үлгәндәге һымаҡ ҡайғырырҙар, баш балаһы өсөн хәсрәтләнгән кеше һымаҡ әсенерҙәр.


Ғайса артынан күмәк кешеләр килә һәм араларында Уны йәлләп үкһеп-үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине.


Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәрен төйә-төйә ҡалаға ҡайтып китте.


Яйростың өйөнә килеп еткәс, Ғайса Петрустан, Яхъянан һәм Яҡуптан, ҡыҙҙың атаһынан һәм әсәһенән башҡа бер кемгә лә Үҙе менән инергә рөхсәт итмәне.


Ҡыҙҙың үлгәнлеген белгәс, барыһы ла Ғайсанан көлә башланы.


Ғайса быны ишеткәс: – Был үлемесле ауырыу түгел. Ул Алланың шөһрәтен күтәреү өсөн, Алла Улы шул сир аша шөһрәт алһын өсөн бирелгән, – тине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan