Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:44 - Изге Яҙма

44 Шул ҡатын, артынан килеп, Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылғайны, ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

44 Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

44 Шул ҡатын, артынан килеп, Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылғайны, ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:44
15 Iomraidhean Croise  

Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.


Ғайса, уларҙы йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Һуҡырҙар шунда уҡ күрә башланылар һәм Уға эйәреп киттеләр.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.


Шул мәлдә ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын, Ғайсаның артынан килеп, Уның кейеменең салғыйына ҡағылды.


Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалыр булдылар. Унан һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Уға кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.


Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы.


Ул илай-илай Ғайсаның артында баҫып торҙо, күҙ йәштәре Уның аяҡтарына тамды. Ҡатын Ғайсаның аяҡтарына тамған күҙ йәштәрен сәстәре менән һөртөп, аяҡтарын үбә-үбә майланы.


Улар араһында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине. Бар мөлкәтен табиптарға сарыф итеп бөтөрһә лә, береһе лә уны һауыҡтыра алмағайны.


– Миңә кем ҡағылды? – тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петрус: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай, – тине.


Һауыҡҡан кеше иһә Уның кем икәнен белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.


Паулус ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән яуыз рухтар сыҡты.


Петрус үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға алып сығып, түшәктәргә һалдылар.


Ябына торған ябынсаңдың дүрт мөйөшөнә суҡтар эшлә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan