Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:35 - Изге Яҙма

35 Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

35 Кешеләр нимә булғанын күрергә тип Ғайса янына килгән. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалғандар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

35 Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:35
13 Iomraidhean Croise  

Ә мин Алланың йортонда – Йәшәреп үҫкән зәйтүн һымаҡмын. Ғүмерем буйы Алланың Тоғро мөхәббәтенә ышанам.


Шуға күрә уға бөйөктәр араһында өлөш бирермен, Яумалды көслөләр менән бүлешер. Сөнки йәнен фиҙа ҡылды, Енәйәтселәр менән тиң һаналды. Бик күптәрҙең гонаһын үҙенең өҫтөнә алды, Енәйәтселәрҙең дә яҡлаусыһы булды».


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ғайса янына килделәр һәм, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.


Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе бар ине. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңланы.


Ниһайәт, ул аҡылына килеп: «Атайымдың нисәмә ялсыһы бар, уларҙың бөтәһе лә туйғансы ашай, хатта артып та ҡала, ә мин бында астан үлеп барам.


Өс көндән һуң Уны Алла йортонда килеп таптылар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултыра ине.


Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәп йөрөнө.


Барыһын да күреп торған сусҡа ҡараусылар ҡалаға йүгерҙеләр, унда ла, ауылдарҙа ла барыһын да һөйләп бирҙеләр.


– Мин – йәһүд, – тине Паулус. – Киликияның Тарсос ҡалаһында тыуҙым, Йәрүсәлимдә тәрбиәләндем. Хөрмәтле Ғамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan