Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:28 - Изге Яҙма

28 Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

28 Был кеше Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәргән, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

28 Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:28
14 Iomraidhean Croise  

Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәп йөрөнө.


Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. Яуыз рух был әҙәмде күптән яфалаған. Сынйырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла, ул бығауҙарҙы өҙгән һәм эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора.


Алла гонаһ ҡылған фәрештәләрҙе лә аямаған, ә тамуҡҡа ташлаған бит. Шунда, ҡараңғыла, бығауланған килеш хөкөм көтөрҙәр.


Кем гонаһ ҡыла, ул – Иблистән, сөнки Иблис тәүҙән үк гонаһ ҡыла. Әммә Алла Улы Иблис эштәрен ҡыйратырға килде.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan