Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 8:1 - Изге Яҙма

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Ун ике шәкерте Уның менән булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 8:1
18 Iomraidhean Croise  

Ғайса ун ике шәкертенә нәсихәтен биргәндән һуң, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.


Батшалыҡ хаҡындағы һүҙҙе ишетеп тә, уны аңламаған һәр кемдең йөрәгенә сәселгәнде мәкерле Иблис килеп алып китә. Был – юл буйына сәселгән орлоҡ.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Ғайса, бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп, Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырҙы.


Ул, ғибәҙәтханаларҙа вәғәздәр һөйләп, кешеләрҙең эсенән ендәрен ҡыуып сығарып, бөтә Галилея буйлап йөрөнө.


Бала иһә үҫте һәм рухи яҡтан нығына барҙы. Исраил халҡына күренер ваҡыты еткәнгә тиклем, ул сүлдә йәшәне.


Бер көндө, халыҡты Алла йортонда аң-белемгә өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иткән сағында, Ғайса янына аҡһаҡалдар менән баш ҡаһиндар һәм ҡанун белгестәре килде.


«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн мәсехләне. Ул Мине әсирҙәргә – ирек, һуҡырҙарға – күрә башлауҙарын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе азат итергә


Шәкерттәр юлға сыҡты, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөнө.


Алла, назаралы Ғайсаны Изге Рух менән мәсехләп, Уға ҡөҙрәт бирҙе һәм Ғайса, яҡшылыҡтар ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбүр китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, Мин бөгөндән Һиңә Ата булдым».


Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө Хәбәр килтереүселәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» – тип әйтелә.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan