Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:21 - Изге Яҙма

21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, көслө ауырыуҙарынан, шаҡшы рухтарҙан һауыҡтырған һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

21 Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:21
12 Iomraidhean Croise  

Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,


Өй һылағандан һуң, ҡаһин килеп ҡарап, үңәҙҙең таралмағанын күрһә, өйҙө таҙа тип иғлан итер, сөнки үңәҙ бөткән.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо.


– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.


Улар Ғайса янына килгәс: – Сумдырыусы Яхъя Һинән: «Килергә тейеш Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе, – тинеләр.


Раббы яратҡан бәндәһен тәрбиәләй, ҡабул иткән балаһына яза бирә», – тигән ҡеүәтләү һүҙҙәрен онотҡанһығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan