Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 7:2 - Изге Яҙма

2 Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

2 Бер йөҙбашының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе ауырып, үлем хәлендә ятҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Бер йөҙ башының бик ихтирам иткән хеҙмәтсеһе, ауырып, үлем хәлендә ята ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 7:2
24 Iomraidhean Croise  

– Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын! Әфәндемде мөхәббәтенән мәхрүм итмәне һәм тоғро булып ҡалды. Раббы мине туп-тура хужамдың туғандары йортона алып килде.


Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булғас, уны Бейт-Илдән түбәндәрәк бер имән ағасы төбөнә ерләнеләр. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут тигән исем бирелде.


Әгәр ҙә мин яңылышҡа боролһам, Аяҡтарым ялған артынан ашыҡҡан булһа –


Ҡолдо йәштән уҙындырһаң, яҡшылыҡҡа алып бармаҫ бындай аҙым.


Йөҙ башы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаған ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күргәс: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тип ҡурҡыуға төштө.


Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙ башы, Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә булған икән, – тип ҡуйҙы.


Халыҡҡа әйтә торған һүҙҙәрен һөйләп бөткәндән һуң, Ғайса Капернаумға килде.


Йөҙ башы, Ғайса тураһында ишетеп, хеҙмәтсеһен ҡотҡарыу үтенесе менән йәһүд аҡһаҡалдарын Уға ебәрҙе.


Яйростың ун ике йәштәр тирәһендәге берҙән-бер ҡыҙы үлем хәлендә ята ине. Яйростың өйөнә тиклем Ғайса төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлаған халыҡ уртаһында барҙы.


Ҡайсареяла Италия полкы тип аталған ғәскәрҙә йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Корнелиус исемле бер кеше бар ине.


Фәрештә киткәс, Корнелиус ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең шәхси йомоштарын үтәгән диндар бер ғәскәриҙе саҡырып алды.


Йөҙ башы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.


Паулус иһә, йөҙ баштарының береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.


Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Паулусты һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Йүлиос атлы йөҙ башына тапшырҙылар.


Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Йүлиос, кешелеклелек күрһәтеп, Паулусҡа дуҫтары янына барырға һәм уларҙан кәрәге тейерҙәй әйберҙәр алырға рөхсәт итте.


Әммә йөҙ башы, Паулусты ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты. Ул йөҙә белгәндәргә беренсе булып һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты.


Ҡолдар, донъялағы хужаларығыҙға бөтә нәмәлә лә буйһоноғоҙ, ярамһаҡтар кеүек күҙ буяу өсөн генә түгел, ә Алланан ҡурҡып, ысын күңелдән хеҙмәт итегеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan