Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:38 - Изге Яҙма

38 Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

38 Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

38 Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:38
29 Iomraidhean Croise  

Мин ҡолоң бары тик батша менән Иорданды кисеп, бер аҙ оҙатып ҡалырға ғына теләй. Ниңә батша миңә шул тиклем игелек эшләргә тейеш?


Һамандың Мордехай өсөн әҙерләткән дар ағасына уның үҙен аҫып ҡуйҙылар. Шунан һуң батшаның асыуы баҫылды.


Ләкин Эстер батша янына кергәс, тегеһе фарман сығарҙы һәм Һамандың йәһүдтәргә ҡаршы яуыз уйы үҙ башына төштө: Һаманды улдары менән бергә дар ағасына аҫып ҡуйҙылар.


Әйүптең бөтә ағай-энеләре менән апай-һеңлеләре, элекке таныштарының барыһы ла уға килде һәм уның өйөндә ашаны-эсте, Раббы күндергән бәлә-ҡазалар өсөн йыуатты, һәр береһе берәр кесита көмөш һәм берәр алтын алҡа бүләк итте.


Тәлгәштәре диңгеҙгә үрелде, Тармаҡтары Евфратҡаса барып етте.


күҙгә – күҙ, тешкә – теш, ҡулға – ҡул, аяҡҡа – аяҡ,


Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.


Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.


Меңдәрсә кешеләргә мөхәббәтеңде күндерәһең, әммә аталарының гонаһтары өсөн аҙаҡтан балаларынан түләтәһең. Эй бөйөк һәм ҡеүәтле Алла! Күк ғәскәрҙәре Раббыһылыр Һинең исем-атың!


Кем шәкерттәремдең иң кесеһенә ул Минең шәкертем булған өсөн бер сеүәтә һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


сөнки хөкөм итһәгеҙ, һеҙҙе лә шулай хөкөм итерҙәр; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.


Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер.


Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.


Уға мул итеп, йәлләмәйенсә бирегеҙ; шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы эшләп тапҡандарығыҙға, бөтә эшегеҙгә фатихаһын бирер.


Шәфҡәт күрһәтмәүсегә ҡарата хөкөм рәхимһеҙ булыр. Шәфҡәтлелек иһә хөкөмдән өҫтөн булыр!


Шунда Адони-Бәзәҡ: – Аяҡ-ҡулының баш бармаҡтары ҡырҡылған етмеш батша минең өҫтәлем аҫтына төшкән валсыҡты йыя торғайны. Инде хәҙер Алла миңә ҡылған ғәмәлдәремдең әжерен бирҙе, – тине. Адони-Бәзәҡте Йәрүсәлимгә килтерҙеләр, ул шунда вафат булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan