Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:30 - Изге Яҙма

30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

30 Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:30
29 Iomraidhean Croise  

Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ!


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының уйланыуҙары.


Хәйерсегә игелек күрһәткән – Раббыға бурысҡа биргән, Раббы уға тулыһынса ҡайтарасаҡ.


ә теләге һаман көсәйә. Тәҡүә кеше иһә йәлләмәй өләшә.


Миһырбанлы кеше фатихалы булыр, сөнки ул үҙ икмәген ярлы менән бүлешә.


Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең.


Аҡыл өйрәнгәнемдә, зиһенемде кешеләрҙең ҡояш аҫтында ғүмер буйы, көнө-төнө, йоҡо белмәй башҡарған эштәрен төшөнөүгә йүнәлткәндә,


Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән ғәфү итмәһәгеҙ, күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай эшләйәсәк.


Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылған кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Әгәр кемдер уң яңағыңа һуҡһа, һул яңағыңды ла ҡуй.


Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.


Һауыт-һабағыҙҙың эсендәген фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта һеҙҙең өсөн бөтә нәмә пак булыр.


Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тине: – Һиңә тағы бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Шунан кил дә Миңә эйәр.


Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫкө кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама.


Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ.


Бирегеҙ, һеҙгә лә бирелер. Итәктәрегеҙгә һәм салғыйҙарығыҙға мул итеп, үлсәү һауытын һелкетеп, тығыҙлап, өймәләмә тултырып һалып бирерҙәр. Ниндәй үлсәм менән үлсәп бирһәгеҙ, һеҙгә лә шундай уҡ үлсәм менән үлсәп ҡайтарырҙар.


Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, хәлһеҙҙәргә тырышып ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте һәр эшем менән күрһәттем, – тине Паулус.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Урлашыусылар башҡаса урлашмаһын, ә мохтаждарға ярҙам күрһәтер өсөн үҙ ҡулдары менән берәй файҙалы эш башҡарһын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan