Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:28 - Изге Яҙма

28 үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

28 үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

28 үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:28
13 Iomraidhean Croise  

Яровғам батша Алла бәндәһенә: – Зинһар тип әйтәм, минең өсөн доға ҡыл. Аллаң Раббынан һора, ҡулым элекке хәленә ҡайтһын, – тип ялынды. Алла бәндәһе доға ҡылғайны, батшаның ҡулы әүәлге хәленә килеп, бөгә ала башланы.


Раббы Хаким былай ти: «Пелештиҙәрҙең үсе аяуһыҙ. Йөрәктәре нәфрәт менән тулы булғанға күрә, улар үс алдылар, сикһеҙ дошманлыҡ менән юҡ итергә маташтылар.


Раббы Хаким былай ти: „Көнсөллөк утында янып, башҡа ҡәүемдәргә, барса Эдомға ҡаршы Үҙ һүҙемде белдерҙем. Улар, бөтә йөрәктән ҡыуанып, бөтә күңелдән мыҫҡыл итеп, илемә хужа булдылар һәм уның көтөүлектәрен талар өсөн үҙҙәренә яумал итеп алдылар“».


Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләгән кешеләр өсөн доға ҡылығыҙ.


Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.


Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ,


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Юғарыларҙан Юғарының балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


Ахырҙа йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр, үҙҙәренең башлыҡтары менән бергә илселәргә ташланып, уларҙы таш менән бәреп үлтерергә ниәтләне.


Шунан, тубыҡланып баҫып, көслө тауыш менән: – Раббым! Ҡылған был гонаһтары өсөн уларҙы яуапҡа тарттырма! – тине. Шул һүҙҙәр менән ул йән бирҙе.


Һеҙҙе эҙәрлекләүселәргә Алланан фатиха һорағыҙ. Фатиха һорағыҙ, ҡарғамағыҙ.


Үҙ ҡулдарыбыҙ менән ауыр хеҙмәт итеп көн күрәбеҙ. Беҙгә ләғнәт уҡыйҙар, ә беҙ фатиха менән яуап бирәбеҙ; беҙҙе эҙәрлекләйҙәр – беҙ түҙәбеҙ.


Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел.


Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән түгел, киреһенсә, фатиха менән яуап ҡайтарығыҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн саҡырылғанһығыҙ һәм фатиха алырһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan