Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:22 - Изге Яҙма

22 Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

22 Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:22
29 Iomraidhean Croise  

Бер-береһенә әйтәләр: „Йыраҡ тор, Миңә яҡынлама, сөнки мин һинән изгерәкмен“. Уларҙың барыһы көнө буйы янып торған ут һымаҡ, Төтөндәре танауымды әсеттерә.


Эй Раббының һүҙен ишетеп тетрәнгәндәр, Уның һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ: «Минең исемем арҡаһында һеҙгә нәфрәт һаҡлаған, Һеҙҙе ҡыйырһытҡан ҡәрҙәштәрегеҙ: „Әйҙә Раббы Үҙенең шөһрәтен күрһәтһен, Беҙ шатланғанығыҙҙы күрәйек“, – тиҙәр. Әммә улар оятҡа ҡаласаҡ».


Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм башҡа ҡәүемдәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.


Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; әммә Минең хаҡыма йәнен юғалтҡан уны алып ҡалыр.


Шунан уны йөҙөм баҡсаһынан тышҡа сығарып үлтергәндәр. Инде баҡса хужаһы уларҙы нимә эшләтер?


Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.


әле ас кешеләр, һеҙ бәхетле, сөнки туясаҡһығыҙ; әле илаусылар, һеҙ бәхетле, сөнки көләсәкһегеҙ.


Хәйер, башлыҡтарҙың да күбеһе Уға инанғайны инде, ләкин үҙҙәрен фарисейҙар ғибәҙәтхананан айырыр тип ҡурҡып, быны белдермәнеләр.


Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.


Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.


Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.


– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Паулусты тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Ә ғәҙеллек өсөн ғазап сикһәгеҙ, һеҙ бәхетле! Улар ҡурҡҡандан ҡурҡмағыҙ һәм борсолмағыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan