Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 6:11 - Изге Яҙма

11 Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуҙары ныҡ ҡабарған, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорған.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙың асыуы ҡабарҙы, улар, Ғайсаға ҡаршы ни эшләргә икән, тип кәңәш ҡорҙо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 6:11
16 Iomraidhean Croise  

Ҡояш аҫтында эшләнгән эштәрҙең насар яғы шунда: бөтәһен дә бер үк тәҡдир көтә. Бынан тыш кешеләрҙең күңеле иҫән саҡтарында яуызлыҡ һәм дыуамаллыҡ менән тулы; ә аҙаҡ улар мәрхүмдәр янына китә.


Шәкерттәре үҙ-ара: «Беҙ икмәк алмаған өсөн шулай тип әйтә», – тиеште.


Баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар, Ғайсаның ҡиссаларын тыңлап, Уның үҙҙәре тураһында һөйләгәнен аңланы.


Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙан ярһыны.


Ғайса бөтөнөһөнә күҙ йөрөтөп сыҡты ла теге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тип бойорҙо. Теге кеше ҡушылғанды үтәне, һәм ҡулы һауыҡты.


Шул көндәрҙә Ғайса доға ҡылырға тип тауға артылды һәм төнө буйы Аллаға доға ҡылып сыҡты.


Шунда баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был Кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.


Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.


Ғибәҙәтхананан ғибәҙәтханаға йөрөп, йыш ҡына Ғайсаға булған имандарынан баш тартырға мәжбүр итеп, язаланым. Асыуым бик көслө булғанлыҡтан, ундайҙарҙы хатта сит ҡалаларҙа ла эҙәрлекләнем.


уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.


Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алла һүҙен түгел, һеҙҙең һүҙҙе тыңлаһаҡ, был Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы һуң?


Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.


Быларҙы ишетеп, Юғары кәңәшмәләгеләр ярһыны, асыуҙан тештәрен шығырҙатты.


Әммә улар ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, тегеләрҙеке кеүек үк, барыһына ла асылыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan