Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:35 - Изге Яҙма

35 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

35 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул көндәрҙә улар ураҙа тотор, – тигән Ғайса һәм

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

35 Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ, – тине Ғайса һәм

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:35
23 Iomraidhean Croise  

Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.


Алтмыш ике тапҡыр етешәр йыл үткәс, мәсехләнгән хакимдың ғүмере киҫелер, уның менән бер кем ҡалмаҫ. Ҡала ла, Изге торлаҡ та киләһе хакимдың халҡы тарафынан тар-мар ителер. Алдан билдәләп ҡуйылған был һәләкәт туфан кеүек булыр, һуғыш бөткәнсе афәт дауам итер.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ҡайғырамы ни? Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, һәм шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.


Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотасаҡ.


Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Әҙәм Улының көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ.


– Кейәү яндарында булғанда, туйҙағы ҡунаҡтарҙы ураҙа тоторға мәжбүр итеү мөмкинме?


кинәйә менән һүҙен дауам итте: – Бер кем дә иҫке кейемгә яңы кейемдән йыртып алынған ямаулыҡ һалмай, юғиһә яңыһы ла әрәм була, иҫкеһенә лә яңы туҡыманан ямаулыҡ бармай.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».


Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына яңынан, донъяны ҡалдырып, Атам янына китәм.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Улар һәр берҙәмлеккә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар.


Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.


Икегеҙ килешеп, ҡыҫҡа ваҡытҡа доға ҡылыуға бағышланған ваҡытты һанамағанда, бер-берегеҙҙән ситләшмәгеҙ. Иблис, тотанаҡһыҙлығығыҙҙан файҙаланып, һеҙҙе аҙҙырмаһын өсөн, аҙаҡ тағы бергә булығыҙ.


Хәлдән тайғансы һәм йонсоғансы эшләнем, төндәремде йыш ҡына йоҡоһоҙ үткәрҙем, аслыҡтан һәм сарсауҙан яфаландым, ашау-эсеүҙән тыйылып торорға ла тура килде, һыуыҡта ла туңдым, яланғаслыҡта ла йәшәнем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan