Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:22 - Изге Яҙма

22 Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

22 Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ? – тип һораған. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Ғайса, уларҙың уй-фекерҙәрен белеп: – Ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ? – тип һораны. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:22
15 Iomraidhean Croise  

Һин, Сөләймән улым, атайыңдың Аллаһын бел һәм уға бөтөн йөрәгең һәм бар булмышың менән хеҙмәт ит, сөнки Раббы бөтә йөрәктәрҙе һынап ҡарай һәм уйҙарҙың һәр ынтылышын аңлай. Әгәр Уны эҙләһәң – табырһың, ә инде Уны ташлаһаң, Ул һинән бөтөнләй ваз кисер.


Яман әҙәмдән арала мине, Раббы, Залим бәндәнән ҡурсала.


Ямандарҙың ниәте Раббыға ерәнгес, яғымлы һүҙҙәр иһә Уның өсөн пак.


Мин уларҙың ғәмәлдәрен дә, фекерҙәрен дә беләм. Бөтә ҡәүемдәрҙе һәм телдәрҙе бергә туплаған сағым етер. Улар килеп Минең шөһрәтемде күрәсәк.


Раббы Хаким былай ти: «Ул көндө башыңа бик күп уйҙар килер, һәм һин яуыз ниәт ҡороп


Был хаҡта белгәс, Ғайса унан китте. Артынан күмәк халыҡ эйәрҙе. Ул ауырыуҙарҙың бөтәһен дә һауыҡтырҙы,


Ғайса, уларҙың нимә уйлағанын белеп, былай тине: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан һәр батшалыҡ емерелер, шулай уҡ эсендә дошманлыҡ булған һәр ҡала йәки ғаилә лә имен тороп ҡала алмаҫ.


Уларҙың нимә уйлағанын белгән Ғайса: – Ниңә һеҙ шулай насар уйлайһығыҙ? – тип һораны.


Ғайса, быны белеп, уларға: – Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман аңығыҙға барып етмәйме, бер нимә лә аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ бөтөнләйгә ҡатып ҡалғанмы ни?


Әммә Ғайса: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы?


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар үҙ-ара фекер алыша башланы: – Көфөр һүҙ һөйләүсе был Кеше кем һуң? Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем ярлыҡай ала?


Нимә тип әйтеү еңелерәк? «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә: «Тор ҙа атлап кит», – типме?


Әммә Петрус: – Һананиас! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгеңә баш булырға ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, һин Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –


Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.


Уның балаларын үлем менән юҡҡа сығарасаҡмын. Шул саҡта кешенең уй-тойғоларын һынағанымды бөтә берҙәмлектәрҙә лә белерҙәр. Барығыҙға ла эшегеҙгә ҡарата тейешлеһен бирермен.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan