Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:13 - Изге Яҙма

13 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем, таҙарын! Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылған: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ уның махауы юҡҡа сыҡҡан.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем, таҙарын! Был кешенең махауы шунда уҡ юҡҡа сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:13
15 Iomraidhean Croise  

Алла: «Яҡтылыҡ булһын», – тине. Яҡтылыҡ булды.


Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да, ҡоро тупраҡ күренһен», – тине. Шулай булды.


Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты.


Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.


Татып ҡарағыҙ, күрегеҙ – Раббы ниндәй игелекле; Ниндәй бәхетле Уға һыйынған әҙәм!


Һеҙҙе бөтә әшәкелектәрегеҙҙән, нәжестән ҡотҡарырмын. Бойҙайға бойороҡ бирермен һәм уңышығыҙҙы арттырырмын, башҡаса һеҙгә аслыҡ күрһәтмәм.


Ашшур беҙҙе ҡотҡара алмаҫ, Беҙ аттарға атланмаҫбыҙ, Үҙ ҡулыбыҙ менән яһаған әйберҙәрҙе Аллаларыбыҙ тип атамаҫбыҙ. Етем Һинән мәрхәмәт күрәсәк!» – тип әйтегеҙ.


Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине. Был кеше шунда уҡ махауҙан таҙарынды.


Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы.


Ғайса бер ҡалала булған саҡта, Уның эргәһенә тотош тәнен махау баҫҡан бер кеше килде. Ғайсаны күргәс, алдына йығылып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алаһың бит, – тип ялбарҙы.


Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты: – Ҡаһинға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булыр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan