Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:10 - Изге Яҙма

10 Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

10 Шулай уҡ Симондың иптәштәре – Зеведейҙың улдары Яҡуб менән Яхъяның да ҡото алынған. Ғайса Симонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тигән.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Шулай уҡ Шимғондың иптәштәре – Зәбәҙәйостың улдары Яҡуп менән Яхъяның да ҡото алынды. Ғайса Шимғонға: – Ҡурҡма, ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың, – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:10
14 Iomraidhean Croise  

Йәнә Күктәр Батшалығы балыҡсылар диңгеҙгә ырғытҡан һәм күп төрлө балыҡ тулып сыҡҡан йылымға оҡшаған.


– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса.


Шунан Зәбәҙәйостың ҡатыны, улдары менән Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.


– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.


Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.


– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.


Ҡул болғап, балыҡсылар иптәштәрен ярҙамға саҡырҙы. Иптәштәре килеп, ике кәмәне лә балыҡ менән тултырғас, кәмәләр бата яҙҙы.


Балыҡтың күп эләгеүе Шимғон Петрусты ла, уның менән булғандарҙы ла ҡурҡыуға һалды.


Улар – Ғайса Петрус тип атаған Шимғон, уның ҡустыһы Әндриас, Яҡуп һәм Яхъя, Филиппус һәм Барҫоломай,


Шимғон Петрус, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, Галилеяның Кана ҡалаһынан Наҫанаил, Зәбәҙәйостың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.


Барыһы ла Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Титусҡа килгәндә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


шулай иткәндә, улар, иҫкә килеп, үҙ ихтыярына буйһондорған Иблис тоҙағынан ҡотолор.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan