Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Лукас 5:1 - Изге Яҙма

1 Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

1 Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип халыҡ Ғайса янына тупланғанда,

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Бер ваҡыт, Геннисарет күле буйында, Алла һүҙен тыңларға тип йыйылған халыҡ Ғайсаны төрлө яҡлап ҡыҫырыҡлай башланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Лукас 5:1
21 Iomraidhean Croise  

Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер.


Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына аяуһыҙ һөжүм итәләр һәм уны яулап алырға тырышалар.


Улар, күлде аша үтеп, Геннисаретта ярға сыҡтылар.


Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡалмаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты.


Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләргә аң-белем бирә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шул арҡала Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо.


Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күмәк халыҡ эйәрҙе.


Күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр ҙә яр буйына килеп туҡтанылар.


Шул арала меңәрләгән кеше йыйылды, улар бер-береһен ҡыҫырыҡланы. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә ҡарап һүҙ башланы: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.


Шул ваҡыт Ғайса күл ярына килеп туҡтаған ике кәмәне күреп ҡалды. Балыҡсылар, кәмәләрҙән төшөп, ауҙарын йыуып йөрөйҙәр ине.


Бер көндө Ғайса шәкерттәре менән кәмәгә инеп ултырҙы ла: – Әйҙәгеҙ, күлдең теге ярына сығайыҡ, – тине. Улар ҡуҙғалды.


Кәмәлә барған саҡта Ғайса йоҡлап китте. Күл өҫтөндә көслө дауыл күтәрелде, һәм кәмә эсенә һыу тула башланы, кәмәләгеләргә хәүеф янай ине.


Теге кешенән сыҡҡан ендәр сусҡаларҙың эсенә барып ингәс, көтөү сабып китте лә, текә ярҙан күлгә ташланып, батып үлде.


– Миңә кем ҡағылды? – тип һораны Ғайса. Бөтәһе лә баш тартҡас, Петрус: – Остаз, халыҡ Һине уратып алған һәм төрлө яҡтан ҡыҫырыҡлай, – тине.


Яхъянан ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Шимғон Петрустың ҡустыһы Әндриас ине.


Шунан һуң Ғайса Галилея күленең икенсе ярына китте. Был Тибериас күле тип тә атала.


Шулай уҡ мин уларға Ғарава тигеҙлеген бирҙем. Уның сиге – Иордан йылғаһы ине: ул, Киннереҫ күленән башланып, Ғарава диңгеҙенә, йәғни Тоҙло диңгеҙгә тиклем, ә көнсығышта Писга тауы итәгенә тиклем һуҙылған.


Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


Шулай уҡ Ғарава тигеҙлеге – Киннереҫ күленең көнсығыш ярынан Ғарава диңгеҙе – Тоҙло диңгеҙҙең көнсығыш ярына тиклем, Бейт-Йешимоҫҡа һәм көньяҡта Писга тауы итәктәренә тиклемге ерҙәргә йәйелә ине.


үҙәндә – Бейт-Харам, Бейт-Нимра, Суккоҫ һәм Сафон, йәғни Хешбон батшаһы Сихондың ҡалған бөтә батшалығы – Киннереҫ күленә тиклем Иордандан көнсығыштағы ерҙәр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan